Был турала Хөкүмәттә “Рәсәй экологик операторы” компанияһы етәксеһе Денис Буцаев менән берлектә уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Концессия килешеүе буйынса, йылына 600 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү обьекттары Дүртөйлө, Краснокама һәм Өфө райондарында урынлаша. Әле бында проектлау эштәре бара, төҙөлөш өсөн ер бүлеү мәсьәләһе хәл ителә.