Нуриман районында балыҡ биатлоны уҙғарыла

Үҙенсәлекле ярыш ошо шәмбе Павловка һыуһаҡлағысы буйында ойошторола. Район хакимиәте башлығы кубогына турнирҙа һәр кем ҡатнаша ала. Биатлонсылар 1 километрлыҡ өс әйләнеш йүгереп үтергә һәм һәр туҡталышта ике балыҡ ҡармаҡларға тейеш.