Балтас районы Туҙлуба ауылында йәшәүселәр зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башланы. Социаль газлаштырыу программаһы буйынса бөгөнгә дүрт тиҫтәнән ашыу йорт газға тоташтырылған. Урындағы халыҡтың оло шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан башлығы килде. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорто менән танышты. Колледжды киләсәктә ниндәй үҙгәреш көтөр? БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.
Яңы уҡыу йылы алдынан Имаевтар зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башлаған. Ишле ғаилә ауылға газ килеүен йылдар дауамында көткән. Сөнки йортто утын менән йылытыу ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Өҫтәүенә, был финанс сығымдар ҙа талап итә. Хәҙер иһә төбәк халҡына уңайлылыҡ һәм йылылыҡ өсөн борсолорға кәрәкмәй.
Туҙлуба ауылына зәңгәр яғыулыҡ социаль газлаштырыу программаһы буйынса үткәрелгән. Бөгөнгә 4 тиҫтәнән ашыу йорт газға тоташтырылған. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа төбәктә йәшәүселәр төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын белдерҙе. Атап әйткәндә, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында балалар спорт майҙансығы һәм ауыл клубының яңы бинаһы төҙөлгән. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел.
Радий Хәбиров Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында ла булды. Уҡыу йорто 1963 йылдан алып төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләй. Быйыл колледжға 60 йыл тулған. Ошо ваҡыт эсендә ул 19 мең белгес әҙерләп сығарған.
Төбәк етәксеһе уҡыу биналарын, оҫтаханаларҙы, спорт залын һәм ашхананы ҡараны, педагогик коллектив менән аралашты. Уҡытыусылар колледждың матди-техник базаһын нығытыу кәрәклеген билдәләне. Радий Хәбиров киләһе йылдың яҙында бинаны ремонтлау буйынса эште башларға ҡушты. Ә етәкселеккә абитуриенттар менән эшмәкәрлекте әүҙемләштереү бурысы ҡуйылды.
Башҡортостан башлығы район үҙәгендәге Ғабдулла Ғәлиев - Батырша музейын ҡараны. Уның директоры Рәфис Шәйхәйҙәров ҡунаҡтарға 18-се быуат мәғрифәтсеһенең шәжәрәһе тураһында һөйләне. Музей уникаль экспонаттар һәм материалдар, Батыршаның 100-ҙән ашыу ҡульяҙма китаптары менән тулыланған. Радий Хәбиров музей экспозицияларын ҡарап сыҡҡандан һуң үҙенең йылы теләктәрен хөрмәтле ҡунаҡтар китабында яҙып ҡалдырҙы.
Республика етәксеһе Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондары ауыл биләмәләре башлыҡтарының семинарында ҡатнашты.
Уның алдынан Радий Хәбиров Балтас районы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе менән танышты. Үҙ сығышында төбәк етәксеһе 10 сентябрҙә үткән һайлауҙарҙа еңеү яулаған ауыл биләмәләре башлыҡтарын ҡотланы, шулай уҡ яҡын киләсәккә урындағы үҙидара органдары эшенең көнүҙәк бурыстарын билдәләне.
Семинарҙа ҡатнашыусылар министрлыҡ һәм ведомство эксперттары ҡатнашлығында тематик эш төркөмдәре форматында ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең көнүҙәк темаларын тикшерҙе. Семинар аҙағында Радий Хәбиоров фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың артабанғы эшендә уңыштар теләне.
Илдар Байбулатов