“Уҡытыусы” ҡушаматлы һалдат махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Был турала Сибай ҡала хакимиәте хәбәр итә. Илдар “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында педагог-ойоштороусы булып эшләй. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир былтыр Ҡоралла көстәр сафына баҫа. “Яҡташыбыҙ Ватан һаҡсыларының береһе. Уның менән ғорурланабыҙ, иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ”, - тип белдерәләр Сибай хакимиәтенән.