Башҡортостанда Дүртөйлө-Әшит юлы төҙөлөшө дауам итә

Ул М-12 федераль трассаһының бер өлөшө була. Уның аша Санкт-Петербургтан Владивостокка тиҙ йөрөшлө маршрут һуҙыла. Башҡортостан билмәһендә 56 күпер һәм юл айырсаһы төҙөлә. Әле 49 объектта эш бара, тип хәбәр итәләр  Федераль юл агентлығынан.  Магистралдең 140 километры  Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары аша үтә. Был - төҙөлөштөң беренсе этабы. Артабан, эштәр Пермь крайында  һәм Свердловск өлкәһендә дауам итә.