Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой оҙатылды

Төҙөлөш ҡоралдары, квадрокоптерҙар һәм дронға ҡаршы хәрби брипастар. Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой оҙатылды. Ярҙам «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренә тәғәйенләнгән. Составтағы 10 машинаға мейестәр, газ баллондары, тәгәрмәстәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Бынан тыш, республика меценаттары Башҡортостан яугирҙарына мунса, утын, еңел машина һәм броня менән ҡапланған техника ла ебәргән. Водителдәр белдереүенсә, яугирҙар төбәк етәкселегенә һәм халыҡҡа рәхмәт еткерә.

Ылауҙы Башҡортосан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов оҙатып барасаҡ. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәсәк.