«Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда «Нефтехимик» клубын ҡабул итте

Тыуған көнгә бүләк. Һаҡсы Павел Коледов индергән шайба юлаевсыларға сираттағы еңеү килтерҙе. Был уңышҡа яҡташыбыҙ үҙенең ғүмер байрамында өлгәште.

«Салауат Юлаев» хоккейсылары кисә үҙ боҙонда Түбәнге Каманың «Нефтехимик» клубын ҡабул итте. Хужалар осрашыуҙың 14-се минутында, Николай Кулёмин тырышлығы менән иҫәпте асты. Тәнәфестән һуң Александр Комаров Өфө командаһының өҫтөнлөгөн ике тапҡырға арттырҙы. Һуңғы 20 минутта ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләй алды, шулай ҙа Павел Коледов «Салауат» ты йәнә алға сығарҙы. Осрашыу һуңында Матвей Бабенконың буш ҡапҡаға индергән шайбаһы юлаевсыларға 4-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре киләһе уйынын иртәгә уҙғара. Өфөгә ҡунаҡҡа Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһы килә.