Башҡортостан медицина университеты кафедралары табиптары Пирогов исемендәге «Һәләкәт медицинаһы үҙәге» федераль бригадаһы составында һөнәри бурысын үтәй. Гиппократ антына тоғро һөнәр эйәләре Луганск халыҡ республикаһында алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарға махсус медицина ярҙамы күрһәтә. Яҡташтарҙың яуаплы әмәлиәт барышында берҙәмлек һәм рух көсө хаҡында киләһе яҙмала.
Бронижилеттарҙа һәм каскала хәрби хирургтар. Улар яралы яугирҙың балтырынан шартлап өлгөрмөгөн хәрби снарядты сығара. Көслө һәм ышаныслы ҡулдар хәрәкәтен саперҙар күҙәтә. Хирургтар һәр манипуляцияны айырым теүәллек һәм ювелир оҫталығы менән башҡарырға тейеш. Яралы яугир битлек менән тыуған, хирургтар уға әмәлиәт өҫтәлендә икенсе ғүмер бирә. Операция уңышлы үтә, әммә 30 миллиметрлы фугас минаһының ярсыҡтары операция алды бүлмәһенән өс метр алдараҡ ерҙә шартлай. Һөҙөмтәлә биш кеше йәрәхәтләнә. Башҡортостан табиптары хәрби коллегаларына квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеп, ғүмерҙәрен ҡотҡара.
106-сы дивизияға ҡараған хәрби-десант ғәскәрҙәренең 39-сы айырым медицина отряды соствында эшләгән яҡташтарыбыҙ тиҙ арала хәлдең айышына төшөнөп, ауыр яраланған пациенттарҙы һайлап ала. Күҙ асып йомған арала яралыларҙың һәр береһенә ҡотҡарыусы табип тәғәйенләнә. Төтөн араһында йүтәлләгән взвод командирының бронижилетын сискәндән һуң үпкәһе йәрәхәтләнгәне асыҡлана.
Ике яҡташыбыҙ ҙа махсус хәрби операция биләмәһендә 4 тапҡыр командировкала булып өлгәргән. Ярты йыл эсендә табип, хирург- ортопед Салауат Исламов, анеастезиолог-реаниматолог Азат Баязитов икеһе бер бригадала эшләп, үҙҙәрен юғары һөнәрмәндәр итеп күрһәткән. Ватандаштарыбыҙ алғы һыҙыҡта ҡан ҡоя икән - беҙ шунда табиплыҡ бурысыбыҙҙы үтәйәсәкбеҙ,тиҙәр үҙ һөнәренең оҫталары.
Салауат Исламов менән Азат Баязитов ҡотҡарған һалдаттар, шул иҫәптән сапер взводы командиры ла һауығып яңынан алғы һыҙыҡта алыша. Ә тынғыһыҙ һәм яуаплы һөнәрҙәштәр яңынан Донбассҡа сираттағы эш сәфәренә әҙерләнә.
Гүзәл Борханова