Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Татарстандың Конституция советы етәкселеге менән осрашты. Һөйләшеүҙә Башҡортостандың Конституция советы етәкселәре лә ҡатнашты.
Ике яҡ араһындағы һөйләшеүҙә һүҙ берлектәге эшмәкәрлекте көйләү, Рәсәй субъекттарының Конституция советтары алдында торған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу тураһында барҙы. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың 8 декабрендәге федераль Конституция законына ярашлы, төбәктәрҙәге Конституция судтары тарҡатылды, уларҙың функциялары өлөшләтә яңы ойошторолған советтарға һалынды. Башҡортостан Конституция советы быйыл 1 ғинуарҙан эш башланы, Бөгөнгә бар ойоштороу эштәре тамамланған. Осрашыуҙа ике яҡтың да эш тәжрибәһе ҡаралды, уңышлы алымдарҙы таратырға, ҡулланырға хәл ителде.