Башҡортостанда 10 мең ярым гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған

Майҙандарҙың биштән бер өлөшөндә  эш теүәлләнгән, тип  хәбәр итәләр Республика  ауыл  хужалығы  министрлығынан.  Һәр гектар 300 центнер уңыш бирә.Иң яҡшы күрһәткестәр Благовар хужалыҡтарында, бында  план 40 процентҡа үтәлгән. Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө 19 районда үҫтерелә, 16 районда уңыш йыйыуға төшкәндәр.