Өфөлә Республика көнөнә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте

Республика көнөндә Өфөлә иген эшкәртеү машиналары һәм ҡорамалдары етештереү буйынса завод файҙаланыуға тапшырыла. Яңы производство - «Амкодор» холдингының инвестиция проекты. Предприятияны асыу тантанаһына Белоруссия Премьер-министры етәкселегендә сил ил делегацияһы килеүе көтөлә. 11 октябрҙә үтәсәк байрам сараларына шулай уҡ Абхазия президенты ла саҡырылған. Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу мәсьәләләре бөгөн ойоштороу комитеты ултырышында тикшерелде.

Байрам тантаналары Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Артабан ҡунаҡтар Аксаков мәҙәниәт һәм ял баҡсаһын асыуҙа, Ағиҙел йылғаһы буйында яңы арт-объектҡа нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнаша.

Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Шайморатовсыларҙы сафҡа алыу тантанаһы ла үтә. Сараға республиканың төрлө төбәктәренән 850-нән ашыу уҡыусы саҡырылған.