Йәрмәкәй районында «Нур» мәсетенә нигеҙ һалынды

Иман йорто Тарҡаҙы ауылында сафҡа индерелә. Тарҡаҙы Йәрмәкәй районындағы тарихи ауылдарҙың береһе, уның тураһында тәүге мәғлүмәттәр 1782 йылда уҡ теркәлгән. Уҙған быуат баштарында бында өс мәсет була, Тарҡаҙы төбәк мосолмандарының дини-фәнни үҙәге һанала. Әммә 1939 йылда иман йорттарының манаралары ҡолатыла.

Бөгөнгө көндә ауылда мәсет бар, әммә ул хакимиәттең иҫке бинаһында урынлашҡан. Өс йыл элек ерле халыҡтың тәҡдиме һәм тырышлығы менән уға ремонт яһалған. Әммә Тарҡаҙы халҡы яңы иман йорто төҙөү теләгенән кире ҡайтмай. Ниһайәт, быйыл йәмәғәтселек изге эште башларға ниәтләй. Ҡыҙыл кирбестән һалынған мәсет яҡынса 60 кеше һыйҙырышлы буласаҡ.

Иман йорто халыҡ иғәнәләре иҫәбенә һалына. Мәсет өсөн боронғо һымаҡ итеп һуғылған ҡыҙыл кирбесте ошо ауылда тыуып үҫкән Әлмир Баҙыҡов алып биргән. Изге башланғысҡа Тарҡаҙы халҡы ла ихлас ҡушылған. Мәсеткә нигеҙ һалыу ҙа тантаналы шарттарҙа үткән. Район мәсеттәре имамдары доға ҡылған, изге теләктәрен еткергән. Сарала махсус хәрби операциянан отпускка ҡайтҡан яугирҙар ҙа ҡатнашҡан. Йәрмәкәй районы хакимиәте вәкилдәре белдереүенсә, урындарҙа иман йорттары ҡалҡып сығыуы ҡыуаныслы күренеш, тимәк, халыҡ дингә тартыла, тарихи асылына ҡайта. Әле төбәктең тағы ла ике ауылында мәсет төҙөлә.