Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Силәбе өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары менән осрашты

Силәбелә Силәбе өлкәһендә университет-ара кампус һәм Өфөлә вуз-ара студент кампусы проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Силәбе өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары Ирина Гехт менән осрашты. Ике төбәк тә заман университет кампустары булдырыуҙың «тәүге тулҡыны»на эләкте. Шуға ла әле был йәһәттән тәжрибә ураҡлашыу мөһим. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан башылғы Радий Хәбиров менән Силәбе өлкәһе губернаторы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Силәбе өлкәһе һәйбәт үҫешә, беҙ күршеләр, партнерҙар, шуға ла бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ, тәжрибә ураҡлашабыҙ.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры

Киләсәктә бындай осрашыуҙар даими булыр тип күҙаллана. Беҙгә ысынлап ат бер-беребеҙҙән өйрәнәһе, тәжрибә уртаҡлашаһы әйберҙәр күп. Шул уҡ Магнитогорск университеты майҙансығында хеҙмәттәшлекте үҫтерә алыр инек.

Ирина Гехт, Силәбе өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары