Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе ғаилә Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсында беренсе урын яуланы

Мөхәббәт еңә. Стәрлетамаҡ районынан Олеся Спиридонова менән Владимир Денисов Ставрополдә үткән «Шишмәләр» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды. Уларҙың «Ишетәһеңме? « тип исемләнгән йыры халыҡ һөйөүен яулап, иң күп тауыш йыйҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә арналған музыкаль композиция тураһында киләһе яҙма.

«Меңдәрсә саҡрым ара булыуға ҡарамаҫтан, йырымды ишетерһең, һөйөү доғалары һаҡлаһын һине»,-тип йырлай Олеся Спиридонова мобилизацияның тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә алынған тормош иптәшенә. Музыкаль композицияның һүҙҙәрен һәм көйөн ҡатын үҙе яҙған. Клип ғинуарҙа - Владимир Денисовтың тәүге ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан мәлендә төшөрөлгән.

Тормош иптәшем мобилизацияланып, махсус хәрби операция зонаһына йүнәлтелгәс тә, ике аҙна бәйләнешкә сыҡманы. Тап ошо ваҡытта башыма йырҙың һүҙҙәре килде. Машинала китеп барғанда үҙем дә һиҙмәй «Йөрәгем ишетә уның һулышын» тип йырлап ебәрҙем.

Олеся Спиридонова, «Ишетәһеңме?!» йыры авторы

«Ишетәһеңме» йырын тормош иптәше генә түгел, тотош ил халҡы ишетте. Ғаилә дуэтын социаль селтәрҙәрҙә генә миллионлап кеше ҡараған. Яңыраҡ Ставрополдә үткән «Шишмәләр» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсында яҡташтарыбыҙҙың еңеү яулауы ла халыҡ һөйөүе билдәһе. Бәйгегә барлығы ун ике меңдән ашыу заявка ебәрелгән булған, финалға 28 композиция үткән. Олеся Спиридонованың тырышлығын, сикһеҙ мөхәббәтен Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов та маҡтап телгә алды.

Владимир Денисов ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтарылған булған, бәйгелә уңышлы сығыш яһағандан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.

Гала-концерт юғары кимәлдә ойошторолғайны. Олеся менән Владимирҙың сығышы лайыҡлы баһаланды. Бер йыр аша мөхәббәт тарихы тураһында күп видеоматериал төшөрҙөм. Монтаждан һуң халыҡ иғтибарына тәҡдим итергә теләйем.

Владимир Кузнецов, Стәрлетамаҡ районы мәҙәниәт һарайының ҡуйыусы режиссеры

Олеся Спиридонованың тормош иптәше мобилизацияға тиклем Стәрлетамаҡ районы мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып эшләгән. Ҡатын үҙе флорист.

Минеңсә, һәр кеше үҙе яҡшы белгән эш менән шөғөлләнергә тейеш. Сәскә магазинында үҙемде сәскәләр феяһы итеп хис итәм. Сәнғәткә килгәндә, музыкаль белемем юҡ. Шуға конкурста ла ауырға төштө, тәжрибәле йырсылар күп булды. Беҙҙең продюсер ҙа яратып миңә «Башҡорт ауылынан Махонька» тип өндәшә ине.

Олеся Спиридонова, «Ишетәһеңме?!» йыры авторы

Ставрополдә үткән «Шишмәләр» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсында иң күп тауыш биреүсе төбәк булараҡ Башҡортостан билдәләнде. Ойоштороусылар республика биләмәһендә ҙур концерт ойошторорға вәғәҙәләне

Гөлназ Хәйбуллина