Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумында ҡатнашты

Мәғлүмәт фронтында ла ныҡлы еңеү кәрәк. Был яуаплы бурыс журналистар иңендә. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумы барышында белдерҙе.

Радий Хәбиров Рәсәй журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев менән бергә махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеүгә арналған Башҡортостан экспозицияһын ҡараны. Күргәҙмә стендтарында һуғыш урындары, мобилизацияланған халыҡ һәм ирекмәндәр, яугирҙарҙың ғаиләләре, гуманитар йөк ташыу фотолары ҡуйылған. Шулай уҡ республика башлығының форумда ҡатнашыусы журналистар менән осрашыуы уҙҙы. Төбәк етәксеһе Рәсәй милли республикаларының медиа киңлегендә ҡаршы көстәрҙең даими мәғлүмәт һөжүмен билдәләне. Илебеҙ иңенә төшкән һынау мәлендә журналистарға яуаплы бурыс йөкмәтелә. Сафтар тигеҙлеген һаҡлау. Йәмғиәтебеҙҙе туплау, дошман таратҡан ялғанды фашлау мәғлүмәт фронтында ғына түгел, махсус хәрби операцияла еңеүгә илткән юл тип билдәләне Башҡортостан башлығы.

Медийыйында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияны яҡтыртҡан Рәсәй һәм Башҡортостан журналистарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Хәбәрселәр Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында коллегабыҙ, яңылыҡтар хеҙмәтенең баш белгесе Рафиҡ Әхмәтшин менән оператив контент мөхәррире Ильяс Батыргәрәев та бар. Ошо уҡ миҙал “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан Эдуард Ҡусҡарбәковҡа ла бирелде. “Комсомольская правда” гәзите махсус хәбәрсеһе Александр Коц, “Известия” мәғлүмәт үҙәге репортеры Эмиль Тимашев һәм Беренсе канал журналисы Дмитрий Толмачев генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнде.