Башҡортостан яугирҙарының хәрби арсеналына йәнә лә дрондарға ҡаршы ҡорал, яңы квадрокоптерҙар өҫтәлде. Республиканың исемле батальондары, мобилизацияланған хәрбиҙәр сираттағы гуманитар ярҙам алды. Ылауҙы алғы һыҙыҡҡа тиклем БЮТ хәбәрселәре лә оҙатып барҙы. Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожьенан БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.
Иҫке Волга төҙөкләндерелеп яңынан сафҡа баҫа. Хәҙер техника тик тороп серегәнсе яугирҙарға хеҙмәт итәсәк. Бындай автомобилдә командирҙар ғына йөрөйәсәк , тип шаярта егеттәр. Ысынында иһә махсус хәрби операция биләмәһендә бөтә төр транспорт сараһына ла ихтыяж бар. Кузовлы иж мотоциклына ла, коляскалы уралға ла, хатта, «кәзә» гә лә. Ике тәгәрмәсле еңел техника артабан Шайморатовсыларға хеҙмәт итәсәк.
Даян Мурзин исемендәге батальондың «Лебедь» ҡушаматлы яугиры гуманитар ылау менән шәхси автомашинаһын килтерткән. Ниваны уға үҙ көсө менән төҙөкләндереп ҡатыны оҙатҡан.
Ә бына техниканы тапшырырға Дыуан районы башлығы үҙе килгән. Ирекле батальонға ҡушылғанға тиклем «Лебедь» үҙе лә тап уның етәкселегендә водитель булып эшләгән.
Әйткәндәй, гуманитар ярҙамдың күпселек өлөшөн был юлы тап Дыуан районы килтергән. Батальондар блиндаждар нығытыу өсөн ағас, электр генераторҙары, мобиль мунсалар, маскировкалау селтәрҙәре, аҙыҡ- түлек, медикаменттар алды.
Башҡортостандан гуманитар ылау килеүе һәр саҡ байрамға әйләнә, ти яугирҙар. Яҡташтар менән осрашырға, тыуған яҡ күстәнәсе , сәләме алырға егеттәр ашҡынып килә һәм көс-ҡеүәт алып таралыша.
Таһир Күсимов исемендәге батальон яугирҙары ла яҡташтарынан яңы рациялар алып ҡыуанды. Башҡортса һөйләшеүселәр өсөн бәйләнеш сараһының булыуы хәрби элемтәне күпкә еңеләйтә, ти улар. Ә бына ҡаршы яҡҡа, киреһенсә, ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.
Рациялар, юғары үтемле сит ил техникаһын яугирҙарға Өфө эшҡыуарҙары Регина Хөсәйенова менән Алмаз Минһажев үҙҙәре үк килтереп тапшырҙы. Регина гүзәл заттан булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостандан мобилизацияланған егеттәрҙең хәрби позицияһына уҡ барып етте.
Оборона министрлығы тәьминәтендә булыуға ҡарамаҫтан, мобилизацияланғандар ҙа республика етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, дрондар, шәхси посылкалар ҙа мотлаҡ адресатына барып етә. Яугирҙар үҙҙәре лә яуапһыҙ ҡалманы. Хөкүмәт премьер- министры урынбаҫары Ирек Сәғитовҡа урында йәшәүсе кескәй ҡыҙҙың үҙ ҡулдары менән бәйләп һалдаттарға биргән йомшаҡ уйынсығын бүләк иттеләр.
Гуманитар ылау байтаҡ хәрби позицияларға урынға уҡ барып етте. Сиратта Донецк халыҡ республикаһында урынлашҡан нығытмалар.
Квадрокоптерҙар, дрондарға ҡаршы ҡорал өсөн хәрбиҙәр айырыуса рәхмәтле. Сөнки хәҙерге заманда тап пилотһыҙ идара ителеүсе техника юғалтыуһыҙ дошманға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Улары инде яугирҙарға эшҡыуарҙар бүләге.
Һуң булыуға ҡарамаҫтан, гуманитар ярҙам менән Запорожьеға ла юлландыҡ. Хәйер ҡараңғыла колонна менән йөрөү хәүфһеҙерәк. Шулай ҙа дистанция тотоп, кәрәк саҡта фараларҙы һүндереп хәрәкәт итеү рөхсәт ителә.
Шулай ҙа үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итеү теләге көслөрәк. Запорожьела торған хәрбиҙәр ҙә дрондарға ҡаршы ҡорал менән тәьмин ителде. Ләкин был ҡыуанысты күрһәтеү мөмкинлеге генә бирелмәне. Камералағы фонарҙар ҡаршы яҡтың иғтибарын йәлеп итеүе ихтимал. Йәмғеһе Гуманитар ярҙам, посылкалар 11 хәрби частә хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙға таратып бирелде. Ә республика вәкилдәре һәр яугирҙың мөрәжәғәтен иҫәпкә алып яңы ылауға исемлек төҙөй башланы.
Мәғариф министрлығы Луганск халыҡ республикаһының 27 мәктәбенә әсбаптар, уҡыу кәрәк-яраҡтары туплаған. Башҡортостандан килгән 94-се ылау ошоға тиклем оҙатылған иң ҙур ярҙамдың береһе. Уға шулай уҡ торлаҡ-коммуналь һәм урман хужалыҡтары министрлыҡтары ла ҡушылды. Йәмғеһе, был конвой менән Донбасҡа тулы тейәлгән 25 йөк автомашинаһы килде.
Айнур Кәбиров