«Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатына йомғаҡ яһалды

«Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатында Санкт-Петербург тау университеты командаһы еңеү яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна дауамында барған сарала Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа яҡын сит илдәрҙән 20 команда 11 төр ярышта көс һынашты. Бөгөн Шишмә районында республикала үткән беренсе форумға йомғаҡ яһалды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Көслө алҡыштар, иҫтәлекле бүләктәрҙән бигерәк, саранан алынған тәьҫораттарға етмәй. Башҡортостан тәбиғәтенән көс-дәрт, киләсәктә файҙаланыр тәжрибә алған йәш геологтар бөгөн чемпионатҡа йомғаҡ яһаны.

Чемпионат Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында үтте. Унда 20 команда 11 төр ярышта көс һынашты. Палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тотоп, айырым проекттарға тупланы. Йәш геологтарҙың ярышын илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләүсе эксперттар баһаланы.

Башҡортостан өсөн был чемпионат үтә лә мөһим, ти ойоштороусылар. Сөнки сара ер аҫты байлыҡтары күп булған төбәктә үтеүе байтаҡ проблемаларҙы хәл итеү, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыуҙы яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирә.

Әлбиттә, ил кимәлендә ойошторолған беренсе геология чемпионатының тап Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Республиканың файҙалы ҡаҙылмаларға бай булыуы бер, ә төбәктән сыҡҡан, билдәле шәхестәрҙе белеү тағы ла мөһим мәсьәлә. Был тәңгәлдә Исмәғил Тасимовты иҫкә төшөрөү ҙә етә.

Ә инде чемпионат еңеүсе тип тап Санкт-Петербург тау университеты еңеүсе тип танылды. Команда походтарҙа файҙаланыр кәрәк-яраҡтар менән бергә, республиканың алдынғы предприятиеһында стажировка үтеү хоҡуғын алды.

Азат Ғәлиуллин