Рәсәй машина төҙөүселәре һөнәри байрамын билдәләй

Башҡортостан  илдең ҙур машина төҙөү үҙәктәренең береһе  булып тора. Был тармаҡ предприятиелары нефть һәм газ табыу, химия, нефть химияһы тау сәнәғәтен хеҙмәтләндерә. Пассажир, туристик, һәм мәктәп автобустары, тағылма-цистерналар,  вертолеттар, крандар һәм башҡа техника етештерелә. Башҡортостан машиналар төҙөү комплексында  700-ҙән ашыу  предприятие бар. Республикала был тармаҡта 60 меңгә  яҡын хеҙмәткәр  эшләй. Һөнәри байрам йыл һайын  сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә  билдәләнә.