Республика көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнә

11 октябрҙә  Башҡортостанға Беларусь һәм  Абхазиянан рәсми делегациялар килә. Был турала байрамды ойоштороу  комитеты ултырышында белдерелде. - Ҡунаҡтар күп була, ҙур мәҙәни программа ҡаралған. Төп бурыс - был сараларҙы ойошҡан рәүешә уҙғарыу, - тине Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе  Максим Забелин. Байрам саралары 9 октябрҙә  башлана, Өфөлә тантаналы йыйылыш була. Федераль һәм республика наградалары тапшырыла, хеҙмәт династиялары  конкурсына  йомғаҡ  яһала.  11 октябрҙә Совет майҙанында  шайморатовсыларҙың ант биреү тантанаһы  ҡаралған. Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалына. Реконструкциянан һуң Аксаков баҡсаһы асыла. "Өфө" индустриаль паркында  "Амкодор" компанияһы заводын асыу сараһы була.