Башҡортостандан мобилизацияланғандар махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ һәм героизм күрһәткәндәре өсөн Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Награданы яугирҙарға хәрби позиция урынына уҡ барып етеп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы. Алғы һыҙыҡта бәрелештәр туҡтамауға ҡарамаҫтан, тантаналы шарттарҙа үткән сараға БЮТ хәбәрселәре лә шаһит булды. Донецк халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Алғы һыҙыҡта улар - тере бетеү, психолог, стресстан дарыу ҙа. «Садык» ҡушаматлы яугир кескәй овчаркаһын махсус хәрби операцияға хатта, Өфөнән һатып алып килгән. Бер айлыҡ сағынан ғына алғы һыҙыҡта булғас яугирҙың дүрт аяҡлы дуҫы атыу тауышынан да, шартлауҙарҙан да ҡурҡмай. Көнөн дә, төнөн дә , хәрби задание үтәгәндә лә хужаһын һаҡлай.
Дүрт аяҡлы дуҫын «Садык» хәрби заданиелар үтәргә өйрәтә. Биш айлыҡ ҡына булһа ла «Алти» хәүеф тыуһа йәшенергә, сит кешеләрҙе һиҙһә тауыш бирергә, ә кәрәк саҡта позицияларҙы белдермәҫ өсөн шымып ҡалырға өйрәнгән.
Эттәр ҡыйыу, тәүәккәл, лидерҙарға ғына шулай тиҙ күнегә һәм ғүмерлеккә тоғро хеҙмәт итә. «Садык» та тап шундай егеттәрҙең береһе. Яугирҙың был сифаттарын республика етәкселеге лә юғары баһаланы. Яҡташыбыҙ хәрби операцияла ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Шайморатов миҙалдарын Садыктың тағы ла 12 яуҙашы алды. Батыр йөрәкле яҡташтарыбыҙҙы тәбрикләргә хәрби позицияға уҡ Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов килде.
«Дикий» ҡушаматлы яугир ҙа ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың береһе. Ут аҫтында булһынмы, миналар ятҡан яланданмы, Уазигында командирҙарҙы позицияларға йөрөтә. Шуға күрә иң яуалы эштәр, юғары вазифа биләүсе пассажирҙар ҙа тап уға ышанып тапшырыла. Ул да республика етәкселегенән Генерал Шайморатов миҙалы алды.
Донецк тирәһендә торған полкта 90 процентҡа тиклем тап Башҡортостандан мобилизацияланғандар тупланған. Хәрби подразделениеға ла яҡташыбыҙ етәкселек итә. Тап уның оҫта идаралығы ярҙамында полкта ҙур юғалтыуҙарға юл ҡуйылмаған.
Яҡташтарыбыҙ менән күрешергә килгән Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Нәзир Байегетов үҙ иҫәбенә Башҡортостан яугирҙарының автомобиль паркын тағы бер транспорт сараһы менән тулыландырҙы. Шулай ҙа төп ниәт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашыу. Киҫергән тәьҫораттар яңы бейеү нигеҙенә ятасаҡ, ти ул.
Яугирҙар әле буласаҡ бейеүҙең ниндәйҙер элементтары шаһиты ғына булды. Ә инде тулы, сағыу композицияны Ғәскәровсылар яугирҙар махсус хәрби операциянан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас ҙур сәхнәлә күрһәтергә вәғәҙәләне.
Айнур Кәбиров