Ул «Ашан» гипермаркеты алдында 24 сентябргә тиклем эшләй. Бында ҡала халҡы һыйырҙарҙы һауыу, быҙауҙарҙы ашатыу процесын күрәсәк. Сараның маҡсаты - фермер эшмәкәрлеге менән таныштырыу. Ҡунаҡтар өсөн фотозоналар эшләй, шулай уҡ тәбиғи һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарарға мөмкин.
4 көнгә иҫәпләнгән сараны «ЭкоНива» компанияһы уҙғара. Ойошма Рәсәйҙә һәм Европала юғары сифатлы һөт етештереү буйынса лидер иҫәпләнә. Күләмле һөт фермаларының береһе Башҡортостанда урынлашҡан. Заманса комплекс Йәрмәкәй районында эшләй. Сарала Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм «ЭкоНива» компанияһы президенты Штефан Дюрр ҡатнашты. Улар ваҡытҡа һыйыр һауып та ҡараны. Бәйгелә төбәк Хөкүмәте ағзаһы еңеү яуланы.