«Башҡортостан» киностудияһы «Ҡалдырма беҙҙе» тип исемләнгән фильм төшөрөү процессын тамамлау алдында

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы «Ҡалдырма беҙҙе» тип исемләнгән фильм төшөрөү процессын тамамлау алдында. Тулы метражлы кинокартина сценарийы Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик әҫәре буйынса яҙылған. Авторы Мәғәфүр Тимербулатов, режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова. Фильм Иглин районындағы балалар йортонда, мәктәптә, сиркәүҙә, йылға буйында төшөрөлгән, һуңғы локациялар Өфөлә билдәләнгән. Йәш актерҙар составы менән бер ай дауамында өҙлөкһөҙ рәүештә эш алып барылған.

Алһыу Буранбаева ролен башҡарам. Әсәһе, һуңынан ҡабул иткән ғаилә лә унан баш тартҡан. Ауыр яҙмышлы ҡыҙ. Фильмда ҡатнашыуыма шатмын. Ҙур ижади төркөмгә рәхмәт. Ҙур тәжрибә алдым, яңы дуҫтар таптым.

Сәиҙә Әминева, төп ролде башҡарыусы

Фильм төшөрөү процессы тамамланыу менән бер йыл дауамында монтаж яһау, тауыш яҙҙырыу эштәре көтөлә. Кинокартина сәғәт ярымға иҫәпләнгән, уны киң прокатҡа сығарыу планлаштырылған.