Хәҙер Муниципаль автоном учреждение Рәсәйҙең берҙәм турист операторҙары реестры иҫәбендә. Яңы статус иглиндарҙың үҙҙәренә турист маршруттарын формалаштырыу, уларҙы йөрөтөү һәм туҡландырыу буйынса хеҙмәттәрҙе ойоштороу мөмкинлеге бирә.
Урындағы агентлыҡ бер нисә йүнәлеште әҙерләгән дә инде, уларҙың береһе «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Тәүге турҙарҙың береһе Кушнаренко районы туристары өсөн ойошторолған. Күрше райондан килгән хаҡлы ялдағылар төркөмө «Иглин тарихы» тип аталған маршрут буйынса сәйәхәт иткән.
Программа бик мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле, ул ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың милли-мәҙәни хазиналары, тарихи ҡомартҡылары, ҡул эштәре, аш-һыу өлгөләре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Кушнаренко ҡунаҡтары Иглиндың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү, этнография музейында ла булды, Балтика ауылында белорустарҙың милли-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.