Ул - Татьяна Воробьева, баш ҡаланың «Эколог» экология-биология өҫтәлмә белем биреү үҙәге уҡытыусыһы.
Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары педагогтары араһындағы «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсы быйыл Санкт-Петербург ҡалаһында үткән. Һөнәри оҫталыҡ ярышының дистанцион этабында 77 төбәктән 525 уҡытыусы ҡатнашҡан.
Көсөргәнешле бәйге этаптарынан һуң 9 кеше лауреат исеменә лайыҡ булған, ә абсолют еңеүсе тип Өфөнән Татьяна Воробьева табылған. Еңеүсе Ил Хөкүмәтенән 200, Бөтә Рәсәй профсоюз ойошмаһынан 100 мең һум премия менән бүләкләнә. Татьяна Воробьева билдәләүенсә, конкурс тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри үҫеш йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.