Саҡмағоштағы кейеҙ үҙәге быйыл яҙ ғына асылған, әммә һуңғы йылдарҙа урында педагог Нәфисә Ғилметдинова етәкселегендәге түңәрәк эшләп килә. Балалар ҙур теләк менән боронғо кәсеп серҙәренә төшөнә, яңы алымдарҙы үҙләштерә. Заманса йыһаздар, ҡоролмалар алыу эш сифатын тағы ла камиллаштырырға булышлыҡ итер тип көтөлә.
Кейеҙ баҫыу үҙәгендә шөғөлләнеүселәр кейеҙҙән картиналар ҙа, биҙәүестәр ҙә, кейем өлгөләре лә эшләй. Йәш оҫталарҙың эштәрен сәнғәт мәктәбе залдарында ла күрергә мөмкин. Уҡыусыларҙың ҡул эштәре район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ла еңеү яулап өлгөргән. Балалар араһында кейеҙ сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, уларға бары тик йүнәлеш биреү, өйрәтеү шарт, ти педагогтар.