Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе ремонтлау дауам итә

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә белдереүенсә, объект 2025 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булһа ла, эш графиктан күпкә йылдамыраҡ барыуға бәйле, ваҡытынан алда тамамланасаҡ.

1956 йылда төҙөлгән күперҙе күптән төҙөкләндереү талап ителә ине. Ремонттан һуң 3 күперҙә барлығы ун һыҙат буласаҡ - уларҙың бишәүһе ҡалаға инеүгә, ҡалғаны сығыуға иҫәпләнгән. Күҙалланыуынса, был баш ҡалаға ингән һәм сыҡҡҡан урында тығындарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.

Сәхифәһендә төбәк етәксеһе баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе һораған. Радий Хәбиров шулай уҡ күпер аша арканың тергеҙеләсәген һәм Өфөнө был иҫтәлекле объектһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин булмауын билдәләгән.