«Салауат Юлаев» менән «Аҡ Барс» командалары быйылғы миҙгелдә икенсегә осрашты. 10 көн элек Өфөләге уйында юлаевсылар 3-2 иҫәбе менән еңеү яулаһа, Ҡазанда өҫтөнлөк хужалар яғында булды.
Яҡташтарыбыҙ өсөн уйын айырыуса уңышһыҙ башланды. Сөнки дәғүәселәр индергән 3 шайбаға Өфө хоккейсылары бер гол менән дә яуап ҡайтара алманы. Шулай ҙа өсөнсө осорҙа ҡазандарҙың әҙселектә уйнауын файҙаланып Вячеслав Лещенко менән Динар Хафизуллин бер-бер артлы уңышҡа өлгәште. Әммә боҙ хужалары йәнә бер шайба индереп 4-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Быйылғы миҙгелдә яҡтар тағы ла 4 тапҡыр осраша. Ә инде 27 сентябрҙә Өфөгә Силәбенең «Трактор» клубы килә.