Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Ҡаҙағстанда үткән «Иннопром.Ҡаҙағстан» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан экспозицияһы менән танышты.
Күп кимәлле композиция экспоүҙәктең иң ҙур стендтарының береһе. Башҡортостан делегацияһы менән осрашыу барышында Михаил Мишустин Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек ҡаҙаныштары һәм үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был бәйләнештәрҙең башында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тора. Осрашыуҙа берлектәге 61 сара ҡаралған юл картаһына ҡул ҡуйылды. Улар араһында «Башҡортостан - Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге» проекты ла бар. Был проект Башҡортостанда йәшәүселәргә партнер илде барып күреү мөмкинлеге бирәсәк.
«Башҡорт-Беларусь оҙон ғүмерлелеге» проекты бик күп ыңғай баһа алды. Уның сиктәрендә «көмөш йәштәгеләр» Беларусссияға льготалы хаҡҡа барыу мөмкинлегенә эйә. Ошондай уҡ сәфәрҙәр Башҡортостанға ла ойошторола. Михаил Мишустин берлектәге программалар кәрәклеген билдәләне һәм йәштәрҙе лә әлеге ише форматтарға йәлеп итергә тәҡдим итте. Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко үҙ сиратында Башҡортостан менән кооперация бик яҡшы бара. Иң мөһиме, мотивация бар, тип билдәләне.