Уҙған төндә унда бойҙай һаҡланған корпус янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бинаның техник ҡатында башланған ут 60 квадрат метр майҙанды ялмап алған. Корпустың нығытма стенаһының бер өлөшө емерелеп төшкән. Зыян күргән бер кеше дауаханаға оҙатылған. Ут менән көрәшкә 32 кеше, 15 берәмек техника йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта янғын тулыһынса һүндерелгән. Осраҡ шарттарын асыҡлауҙы Башҡортостан прокуратураһы контролгә алған.