Өфөлә Шайморатов батальоны яугирҙары менән телекүпер ойошторолдо

Башҡортостан хәрби комиссариатында Шайморатов батальоны яугирҙары яҡындары менән онлайн бәйләнешкә сыҡты. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр ғаилә ағзалары менән аралашып, махсус операция биәләмәһендәге хәлдәре менән уртаҡлашты. Донецк халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Ҡапҡа алдында хәрбиҙәрҙән сират теҙелгән. Шайморатов батальоны яугирҙары яҡындары менән бәйләнешкә сығырға йыйына. «Раджа» ҡушаматлы яҡташыбыҙ элемтә булдырылғанын айырыуса түҙемһеҙлек менән көтә. Өйҙә уның туғыҙ айлыҡ ҡына улы ҡалған. Баламдың яңы һөнәрҙәрен күргем килә, һағындырҙы, ти яугир.

Әле шайморатовсылар көсөргәнешле бәрелештәрҙән сығып ялға, хәрби әҙерлекте яңыртырға туҡтаған. Яҡташтарыбыҙға мунса инеү, дауаланыу, мәҙәни саралар, тыуған яҡ менән бәйләнеш тә ойошторола. Махсус элемтә көнөн улар түҙемһеҙлек менән көтә.

Командование ла яугирҙарҙың кисерештәрен яҡшы аңлай. Шифрланған спутник элемтәһе аша булдырылған бәйләнешкә ваҡыт сикләүе юҡ. Егеттәр туғандары менән һәр береһе айырым һөйләшә алды.

Алғы һыҙыҡтағы Ватан һаҡсыларын тыуған яғында көтөп ҡалған ғаилә ағзалары республика хәрби комиссариатында зәңгәр экран аша яугирҙар менән аралашты, егеттәрҙең хәлдәрен һорашып һау-сәләмәт һәм еңеү менән йөрөп ҡайтыу теләктәрен еткерҙе.»Спартаҡ « ҡушаматлы яугир атаһын һәм кинйә улы менән телекүпер аша күреште.

Телекүпер күҙ йәштәре, ихлас көлөүҙәр, көндәлек хәбәрҙәр менән уртаҡлашып һөйләшеүҙәрҙән торҙо.

Башҡортостан хәрби комиссариатында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән онлайн телекүпер дүртенсе тапҡыр ойошторола. Яугирҙар ғәзиз яҡындары, һөйгән йәрҙәре менән телекүпер аша осрашып рухи көс, дәрт туплап артабан Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәргә юлланды.

Флорида Ким, Айнур Кәбиров