Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы халҡы оҙаҡ йылдар Тимер юл, Мичурин һәм Заслонов урамдарын төҙөкләндереүҙе һорап, социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт итә. Капиталь ремонт проекты «Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү» программаһына индерелгән. Төҙөлөш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Ниһайәт, был урамда ла байрам. Ә дөрөҫөрәге - төҙөлөш. Уны урындағы халыҡ биш йылға яҡын көтөп алған. Ошо ваҡыт эсендә Тимер юл, Мичурин һәм Заслонов урамында йәшәүселәрҙең үҙ ҡағиҙәләре лә барлыҡҡа килә. Керҙе тышта киптереүҙең файҙаһы юҡ- яңынан йыуырға кәрәк. Ә балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына урау юл менән йөрөтөргә.
Район үҙәге эргәһендә ҙур предприятие сафҡа ингәндән алып был урамдан йөк машиналары йөрөй башлай. Асфальт түшәү ихтыяжы тыуа. Әлеге ваҡытта ауыр техника юлдың тәүге ҡатламдарын түшәй.
Юлсыларҙың бурысы - бер километр 600 метрлыҡ оҙонлоҡтағы өс урам буйлап асфальт һалыу. Муниципаль контрактҡа ярашлы башҡарылған эштең суммаһы 42 миллион һум тәшкил итә. Капиталь ремонт «Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү» программаһы сиктәрендә үткәрелә.
Проект буйынса, төҙөлөш эше 15 ноябргә тиклем тәғәйенләнгән. Ләкин продрядсы ойошма урамды октябрь аҙағына сафҡа индермәксе.
Әлфинә Килдейәрова