Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ғиндәлиф Заһитовтың батырлыҡ өсөн наградаһына - Ҡыҙыл Йондоҙ орденына танытма уның берҙән-бер ҡыҙына тапшырылды. Быға яҡындарының яугиры тураһында рәсми сығанаҡтарҙа төплө өйрәнеүе булышлыҡ иткән. Бөгөн ул туғандарынан бигерәк, яҡташтары өсөн дә мөһим ваҡиға. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Һуғышҡа тиклем төшөлөгән фото Миңлегөл Ғиндәлиф ҡыҙының ата-әсәһенән ҡалған берҙән-бер иҫтәлек. Атаһын ул әсәһе, туғандары һөйләүе буйынса ғына белә. Шуға ҡарамаҫтан, күңелендә матур хәтирәләр йөрөтә.
Эшһөйәр генә түгел, илһөйәр итеп тә тәрбиәләгән. Ғиндәлиф Заһитов һалған тәрбиә бөгөн ейән-ейәнсәренә, бүлә-бүләсәләренә лә һалынған.
Йылдар үткәс Миңлегөл Ғиндәлиф ҡыҙы атаһының Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнеүе тураһындағы таныҡлығын ҡулына алды.
Яугирҙың ейәнсәре - Нурия Урал ҡыҙы ҡиммәтле мәғлүмәттәр табыуға өлгәшә. Эҙләнеү барышында ул Рәсәй Оборона министрлығы Үҙәк архивының интернеттағы асыҡ электрон архив документтарында ҡаһарман олатаһының хәрби хеҙмәте барышына, үлеменә, ерләнгән урынына ҡағылған яҙыуҙарға һәм күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителеүе тураһындағы награда ҡағыҙына юлыға.
Әлбиттә, Ҡыҙыл йондоҙ орденының таныҡлығын ҡулға алыу оло ғорурлыҡ. Был еңел бирелмәй. Сөнки, күпселек документтарҙа Төрөмбәт ауылы егете Ғиндәлиф Хаммат улы Геннадий Львович тип теркәлгән. Туғандар документтарҙа хата ебәрелеүен дәлилләй. Һәм, ниһайәт, яҡындары уның яҙмышын асыҡлауға ирешә, батырлығы хаҡында белә, был - улар өсөн генә түгел, ә Ғиндәлиф Заһитовтың яҡташтары өсөн дә иҫтәлекле, мөһим ваҡиға.
Азат Ғәлиуллин