Башҡортостанда яңы уңыштан 16 мең тонна шәкәр етештерелгән

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө дөйөм майҙандың өстән бер өлөшөндә ҡаҙып алынған. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, 460 мең тонна татлы тамыр сығарылған, гектарынан 400 центнерға яҡын уңыш алына. Шишмә, Әлшәй, Благовар хужалыҡтарында күрһәткестәр юғары. Сеймал Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарына оҙатыла. Яңы уңыштан 16 мең тонна шәкәр етештерелгән.