25 йәшлек Рамзан Әхмәтшин бер нисә бизнес-проектты тормошҡа ашырған. Өс йыл элек йәш эшҡыуар бәләкәй генә ауылда магазин аса. Ә былтыр юл буйы сервисы объектын төҙөү идеяһы менән Саҡмағош районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.
Рамзан Әхмәтшиндың проекты «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелә. Йүнселгә ер участкаһы бирергә, муниципаль программа буйынса сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бөгөн район үҙәгендә Рамзан Әхмәтшиндың юл буйы сервисы объекты эшләй.
Бизнесты артабан үҫтереү планлаштырыла. Дәүләт ярҙамы ла бар. Быйыл ул 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар өсөн грант алды. Рамзанға уңыштар теләйем! Ә үҙ эшен асырға теләгән, әммә быны эшләргә ҡурҡҡан һәр кемгә Саҡмағош эшҡыуарынан өлгө алырға кәңәш итәм. Беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.