Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Бер төркөм яугирҙар өсөн отпуск башланды. Бөгөн төндә Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы Өфөләге Совет майҙанында ҡаршы алдылар. Ир-егеттәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне.

Дәүләт эшмәкәре яугирҙарға Ватан алдында бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәренә рәхмәтен белдерҙе. Артабан генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Хәрбиҙәрҙе яҡын туғандары, дуҫтары ҡаршы алды. Ике аҙна дауам итәсәк ял ваҡытында ир-егеттәр өй мәшәҡәттәренән тыш, туғандары, мәктәп уҡыусылары менән дә күрешергә иҫәп тота.

Салауат Юлаев исемендәге тәүге батальон хәрби подразделениелар ветерандары инициативаһы буйынса 2022 йылда ойошторолғайны. Ирекле батальон яугирҙары былтыр ноябрҙә хәрби әҙерлек үтеп, декабрҙән махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан бурысын үтәй.