Был дата 1863 йылда Санкт-Петербургта тәүге балалар баҡсаһы асылыу менән бәйле. Һөнәри байрам уңайынан балалар баҡсаларында һәм социаль учреждениеларҙа эшләүсе белгестәр тәбрикләнде. Педагогтарға рәхмәт хаттары, дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡортостанда барлығы 20 меңдән ашыу тәрбиәсе иҫәпләнә. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һөнәренә тоғро ҡалып кескәйҙәрҙе төрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.