Баш ҡаланан бер төркөм яугирҙар ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Өфө арена алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Майҙанда дәүләт гимндары яңғыраны. Хәрбиҙәрҙе власть органдары вәкилдәре, яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды. Отпускыға ҡайтыусылар хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, кейем-һалым, аҙыҡ- түлек алып китте. Яҡындары менән күрешеп, көс туплап ил һағына юлланыусылар араһында төрлө йәштәге хәрбиҙәр бар. «Хоттабыч» ҡушаматлы йәш яугир отпускыла саҡта өйләнеп тә өлгөргән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы программа бар бит. Тиҙ генә барып яҙылыштыҡ. Мине өйҙә хәҙер ҡатыным көтә. Кире бармайынса мөмкин дә түгел. Илде һаҡларға, яҡларға кәрәк.

«Хоттабыч» ҡушаматлы яугир