«Көҙгө кросс». Баймаҡ районы уҡыусылары еңел атлетикала етеҙлеген һынаны. Төбәк беренселеге өсөн үткән ярышта 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы спортты үҙ итеүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. 11 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр 1 саҡрымдан алып 3 саҡрымға тиклемге арала ярышты. Яҙлы , көҙлө үткәрелгән спорт сараһында һәр ваҡыт ҡатнашыусыларҙың күп булыуы маҡтауға лайыҡ.
Кемдер еңел атлетика буйынса ярышта тәүгә ҡатнашһа, ҡайһылары инде йәштәштәренә тәжрибәле йүгерек булараҡ таныш. Баймаҡ лицей‐ интернаты уҡыусыһы Әхтәр Сабанбаев шундайҙарҙың береһе. Күптән түгел ул Магнитогорс ҡалаһында үткән марафонда үҙ көсөн һынай.Был юлы ла Әхтәр өс саҡрым арауыҡта беренсе булып килә.
Әлбиттә, һәр ярыш ул яңы еңеүҙәргә ынтылыш бирә. Көҙгө кроста ҡатнашыусылар ҙа юғары һөҙөмтәләргә һәм яңы рекордтар ҡуйыу өсөн бар көсөн һалды.
Р.Рәхимова