1 октябргә тиклем социаль хеҙмәттәр урынына аҡса һайларға мөмкин

Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр ветерандары, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар иғтибарына. 1 октябргә тиклем социаль хеҙмәттәр урынына аҡса һайларға мөмкин. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, Социаль фонд бүлексәләрендә, йә күп функциялы үҙәктә ғариза яҙырға кәрәк.

Социаль хеҙмәттәр тупланмаһына дарыуҙар, медицина изделиелары, дауалау туҡланыуы продукттары ла инә, сығымдарҙы дәүләт ҡаплай. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы граждандарға мөрәжәғәт итеп, был льготаны һаҡлап ҡалырға саҡыра. Республика кимәлендә социаль хеҙмәттәр менән файҙаланыу күпкә отошлораҡ.

Социаль хеҙмәт тупланмаһын һайлау өҫтәмә финанслау сығанаҡтарын файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Бөгөн финанс сығымдар нормативы айына 1127 һәм 90 тин күләмендә билдәләнгән, ысынында федераль льгота менән файҙаланыусылар айына өс мең һумлыҡ социаль хеҙмәт менән тәьмин ителә, өс тапҡырға күберәк ярҙам алып була.

Ирина Кононова, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары