Һүҙ 2018 йылда Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында төҙөлә башлаған спорт объекты хаҡында. Уны сафҡа индереү һорауын республика башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. Бассейндың әлеге торошо менән БЮТ ижади төркөмө танышты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Йөҙөү костюмы, күҙлек, таҫтамал... Ал төҫтө яратҡан Варя бассейн кәрәк-яраҡтарын үҙе һайлаған. Күнекмәләргә уны әсәһе Ермолав ауылынан Күмертауға алып йөрөй. Тәүҙә тренер менән шөғөлләнәләр. Йөҙөргә өйрәнгән ҡыҙ әле өлкәндәр секцияһына яҙылған. Ләкин күнекмә ваҡыты көндөҙгө сәғәттәргә тура килгәс, күрше ҡалаға йөрөү мәшәҡәтле.
Варя кеүек Ермолаев ауылында бассейн асылыуын 2 мең ярымдан ашыу малай-ҡыҙ көтә.
Сәбәбе - подрядсы ойошма объектты ваҡытында тапшырмай. Шуға күрә Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы контрактты туҡтатырға мәжбүр була. Һуңынан подрядсы компания бөтөнләй банкрот тип иғлан ителә.
Оҙаҡ йылдар буш торған бина сафтан сыға башлаған. Ҡыйыҡтан һыу үтә. Сталактиттарҙы хәтерләткән был күренеште мәмерйә эсендә түгел, ә бассейндың подвалында күрергә була.
Көйөргәҙе районында бассейн төҙөлөшөн оҙаҡҡа һуҙыусыларҙы Радий Хәбиров август башында үткән оператив кәңәшмәлә тәнҡитләй. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаевҡа эште тиҙләтеү бурысы ҡуйыла.
Эксперттар төркөмө булдырылған. Улар проект-смета документацияһын тултырғандан һуң, яңы подрядсы ойошма тәғәйенләнәсәк. Әйткәндәй, бассейн бер биләмәлә урынлашҡан спорт мәктәбенә ҡараясаҡ.
Төҙөлөштә тәртип урынлашып, бассейндың асыласаҡ датаһы билдәләнгәнен спорт мәктәбе генә түгел, Варя ла түҙемһеҙләнеп көтә.
Әлфинә Килдейәрова