Йәрмәкәй ауылында «Башҡорт ихаталары» республика программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла

Биш ихата биләмәһендә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, автомобиль хужалары өсөн парковкалар төҙөлгән. Ихата алдары ҡараңғыла яҡтыртыла. Проекттың тәүге этабында резина япмалы балалар майҙансығы ҡоролған. Яңы каруселдәр, бәүелсәктәр, ҡомло зона һәм уйын ҡаласығы биш йортта йәшәүселәрҙең ял минуттарын уңайлы һәм зауыҡлы итә.

Йәрмәкәй ауылында урынлашҡан паркта дискотека өсөн сәхнә һәм күп фунциялы спорт майҙансығы төҙөлөшө тамамланыу алдында. Резина япмалы 1850 квадрат метрлыҡ заманса спорт объекты «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөлә. Хаҡы 8 миллион 600 мең һум. Подрядсы ойошма башҡарған эшенә 5 йыллыҡ гарантия бирә.