Килмәк ауылы командаһы «Тиләү Кубогы»ның быйылғы чемпионы! Учалы районы Сораман ауылында мини-футбол буйынса турнир үттҽ. Спорт байрамы ауылдың әүҙем йәштәре, ағинәйҙәр һәм клуб эшселәре менән берлектә ойошторолдо.
Турнир алдынан ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған Айрат Мәхийәновты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ярыш флагын тантаналы күтәреү хоҡуғы фронттан ялға ҡайтҡан ауыл егеттәренә бирелде. «Тиләү Кубогы»на тәүге турнир бер йыл элек ойошторолғайны. Быйыл ул географияһын киңәйтте. Төп приз өсөн Учалының 12 һәм Белорет районының Сәрмән ауылы командалары көрәш алып барҙы.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса чемпион исемен Килмәк ауылы командаһы яуланы. Улар финалда Ҡобағош ауылы вәкилдәрен еңде. Бронза миҙалға турнирҙың былтыргы чемпиондары, Ҡорама егеттәре лайыҡ булды.Еңеүселәргә күсмә кубок тапшырылды. Быйыл да «Тиләү кубогы» ауыл халҡына ысын байрам бүләк итте.