Банкта клиенттар менән эшләү менеджеры уяулыҡ өсөн награда менән бүләкләнде

Уяулыҡ өсөн награда. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко «Уралсиб» банкының клиенттар менән эшләү менеджерына бүләкләне. Хеҙмәткәр Өфө пенсионерын мутлашыусыларға аҡса күсереүҙән ҡотҡарып ҡала. 87 йәшлек ханым билдәһеҙ кешеләргә 800 мең һум ебәрергә йыйынған була.

Йыйған аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә килгән оло кешегә банк хеҙмәткәре Лилиә Ямалетдинова иғтибар итә. Пенсионер үҙен бик сәйер тота. Тәжрибәле менеджер клиент менән әңгәмә ваҡытында уның мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлай. Лилиә Ямалетдинова был осраҡ тураһында Хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә. Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙан мутлашыу осрағы буйынса ғариза ҡабул итә һәм енәйәт эше ҡуҙғата. Иң мөһиме клиенттың йыйған аҡсаһы юғалмай.

Эске эштәр министрлығы халыҡты уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары, финанс учреждениелар хеҙмәткәрҙәре аҡса күсереүҙе һорап клиенттарға шылтыратмай. Бындай шылтыратыуҙарҙы инҡар итергә, яуап бирмәҫкә кәрәк.