Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсының икенсе этабы тамамланды

Еңеүсегә - 100 мең һум. Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсының икенсе этабы тамамланды. Бәйгелә ҡатнашыуға Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Саха- Яҡут, Мордва, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия республикаларынан да ғаризалар ҡабул ителгәйне. Икенсе турға үткән 43 оҫтаның эштәренә БЮТ ижади төркөмө лә шаһит булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Таҡыя» Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсында сабыйҙарҙың да костюмдары күрһәтелде. Кескәйҙәр әсәләренең ҡулында йоҡоға талыуға ҡарамаҫтан, тәбиғи материалдарҙан әҙерләнгән образда лайыҡлы сығыш яһаны. «Быуындар сылбыры» коллекцияһын жюри ағзалары ла юғары баһаланы. Өфөнән Фәнүзә Аллағолова һигеҙенсе йыл музей экспонаттарын тергеҙеү менән шөғөлләнә, хәҙер тотош ғаиләһе - көньяҡ-көнсығыш райондарға ҡараған башҡорт милли кейемендә.

Бәйге тәүгә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, боронғо милли кейемде тергеҙеү менән шөғөлләнгән оҫталарҙа оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Учалы районынан Таңһылыу Байморатова ла аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәргә ҡарап, үҙ ҡулдары менән башҡорт ҡыҙҙарының күлдәк-камзулдарын, аяҡ кейемен теккән.

«Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһе «Таҡыя» проектын башлап ебәреүгә төп этәргес булған. Ойоштороусылар төрлө милләт балаларын бер майҙанға йыйып, үҙенә күрә тәрбиә эшен дә алып бара. Оҫталарҙың эштәре хайран ҡалырлыҡ.

Конкурста балалар милли кейеменән тыш, биҙәүестәр, аксессуарҙарға реконструкция буйынса айырым номинация булдырылғайны. Шулай уҡ айырым авторҙар стилләштереп тегелгән яңы коллекцияларын да тәҡдим итте. Бәйге төрлө милләт халыҡтарын берләштергән байрамды хәтерләтте.

Конкурсҡа йомғаҡ 4 ноябрҙә - Халыҡтар Берҙәмлеге көнөндә яһала. Баһалама комиссияһы ҡарары буйынса еңеүсегә 100 мең һум тапшырыла. Шулай уҡ финалда «Халыҡ һөйөүе призы»на лайыҡ булыусы ла билдәләнә. «Таҡыя» бәйгеһенең «Бәйләнештәге» төркөмөндә тауыш биреү ойоштороласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина