Республикала халыҡ һанын иҫәпләнеләр

Статистика буйынса, республикала 4 миллион 77 мең кеше теркәлгән. Уларҙың күбеһе ҡалаларҙа йәшәй. Ауыл халҡы - миллион ярымдан күберәк. Халыҡ һаны буйынса Өфөнән һуң Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Октябрьский килә. Иң бәләкәй ҡала - Ағиҙел. Бында 14 мең кеше йәшәй. Райондар араһында халыҡ  һаны буйынса Туймазы беренсе. Иң бәләкәйҙәре тип Йылайыр һәм Йәрмәкәй аталған.