Башҡортостанда йәштәре "Киләсәк коды" менән ҡыҙыҡһына

Был проектҡа ярашлы мәктәп уҡыусылары программа яҙыу буйынса курстар үтә  ала. Һанлы үҫеш министрлығынна белдереүҙәренсә, әле 13 мең ярым бала ғариза биргән. Уҡытыу онлайн һәм офлайн тәртиптә ойошторола. Курстар 8-се-11-се класс уҡыусылары, колледж студенттары өсөн тәғәйенләнә. Аҡса түләргә  кәрәкмәй, сығымдарҙы дәүләт ҡаплай.