Башҡортостанда туристик объекттарға илткән юлдар ремонтлана

Быйыл "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына  ярашлы  41 километр тәртипкә килтерелгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тағы  30 километрға  яҡын юлды  төҙөкләндереү планлаштырыла.  Юл нығытыла,  өҫкө ҡатламы  яңыртыла, юл билдәләре  һыҙыла. Бөтә эштәр быйыл тамамланырға тейеш.