Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаттары ойоштороу кәңәшмәһенә йыйылды

Был Башҡортостан парламентының яңы составта тәүге тапҡыр тулыһынса осрашыуы. Депутаттар корпусы 110 кешенән тора, состав яҡынса 60 проценттан ашыуға яңырған. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса парламентҡа 6 сәйәси фирҡә вәкилдәре ингән, әммә 4 партия ғына 5 процентлыҡ кәртәне үткән. Улар-Берҙәм Рәсәй, Коммунистар, Либерал-демократик һәм «Ғәҙел Рәсәй-Патриоттар хаҡлыҡ өсөн» партиялары.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа шулай уҡ Йәшелдәр һәм Яңы кешеләр сәйәси фирҡәләренән берәр депутат. Халыҡ һайланыусыларының уртаса йәше 30-ҙан 60-ҡа тиклем. Иң йәш депутат 22, иң олоһо 70 йәштә. Етенсе саҡырылышта алдағыһы менән сағыштырғанда гүзәл заттар иҫәбе кәмегән. Составта төрлө тармаҡ вәкилдәре бар.

Бөгөн етенсе саҡырылыш депутаттары электрон система менән файҙаланырға өйрәнде, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эш регламенты менән танышты. Кәңәшмәлә Парламенттың 5 октябрҙә уҙасаҡ тәүге ултырышын ойоштороу составы ла билдәләнде, фракциялар етәкселәре иғлан ителде. Берҙәм Рәсәйҙе Салауат Хөсәйенов, Коммунистарҙы Юнир Ҡотлоғужин, Либерал-демократтарҙы Юрий Рудаков, Ғәҙел Рәсәй-Патриоттар хаҡлыҡ өсөн партияһын Владимир Нагорный етәкләй.