Республикала эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары конференцияһы үтте

Йүнселдәргә дөрөҫ юл күрһәтеү. Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары төбәк конференцияһы үтте.

Бөгөн республика төбәктәрендә бизнес-омбудсмендың йәмәғәт ярҙамсылары эшләй. Улар эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәренә оператив яуап бирә, хоҡуҡтарын күҙәтә, айырым муниципалитетта системалы проблемаларҙы асыҡлай. Ярҙам сараларын тағы ла киңәйтеү өсөн йәмәғәт ярҙамсыларының белемен камиллаштырыу мөһим. Ошо маҡсатта Өфөлә фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо.

Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү стратегияһы, бизнесҡа административ һәм көс баҫымын кәметеү, эшҡыуарлыҡ өсөн финанс инструменттарҙың асыҡлығын арттырыу кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн сараға Рәсәй субъектарынан да бизнес-омбудсмендар саҡырылды.

Конференция сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды, «Росреестр» идаралығы һәм «Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлауҙа үҙ өлөшөн индерәсәк.