Тәүге ике осорҙа уйын тигеҙ иҫәп менән барҙы булды. Тәүҙә Николай Кулемин, һуңынан Виктор АнтИпин ҡаршы ҡапҡаға шайба индереп, иҫәпте тигеҙләүгә иреште. Уйындың икенсе өлөшө башында беҙҙең команда аҙ һанлы булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең позицияларын бирмәҫкә тырышты. Әммә ике яҡҡа ла берәр гол ҡунаҡтарҙың хәлен йәнә яҡшыртты. Уйындың хәл иткес 20 минутында Кулемин күршеләргә индерелгән шайбаларҙы ике тапҡырға арттырҙы. Артабан Никита Зоркиндың тырышлығы менән уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 5-3 иҫәбе менән тамамланды. Иртәгә юлаевсылдар үҙ боҙонда Магнитогорскиҙың «Металлург»ы менән осраша.